0%

Күк тейен(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Күк тейен (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Күк тейен


 — Гөл-сәскәләр ҡосаҡлап,
 Кейеп бик ҡупшы кейем,
 Ҡайҙа китеп бараһың,
 Көлтә ҡойроҡ күк тейен?..
 — Яҡын дуҫым ҡуяндың
 Тыуған көнө бит бөгөн,
 Бөтәһенән алдараҡ
 Ҡотлайым әле үҙен!


1996 йыл